“Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле”

Декабрь 25, 2017 Просмотров: 43

14 декабрь – Республикабыҙҙа башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары королтайы башҡарма комитеты интернет-конкурстар иғлан итте. “Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле”темаһына эссе конкурсында Үрге Тәтешле 2-се һанлы урта мәктәбенең 11А класы уҡыусыһы Шәрифғәлиев Филғәт тә ҡатнашты һәм 20 декабрҙә ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына, Башҡорт теле көнөнә арналған республика күләмендәге сараға саҡырылды. Байрамға туған телен яратҡан илһөйәр балалр йыйылды. Алты майҙансыҡта үткәрелгән уйындарҙа балалар үҙҙәрен һынаны. 11-се класс уҡыусылары өсөн Р.Ғариповтың тормошо һәм ижадына бәйле “Алтын тирмә” уйыны үткәрелде. Был сараларҙан һуң еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Тамашасыларҙы “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған аристкаһы Фирзинә Абдуллина, ҡурайсы, йырсы Юнир Һағынбаев, гимназия уҡыусылары ҡотланы. Еңеуселәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, БДПУ доценты Ә.Дилмөхәмәтов һәм башҡалар дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Шәрифғәлиев Филғәткә шағир, тәнҡитсе, эссе конкурсы буйынса жюри рәйесе Фәнил Күзбәков 2-се дәрәжә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Афарин, Филғәт!