Шиғриәт һөйөүселәр бәйгегә йыйылды
Шиғриәт һөйөүселәр бөгөн бәйгегә йыйылды. Балалар ижады үҙәгендә яҡташыбыҙ - Әнғәм Атнабаевтың 90 йәшkек юбилейына арналған шиғыр һөйләү конкурсы уҙҙы. Унда 5-8 класс уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар башҡорт һәм татар телендә Ә.Атнабаевтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Конкурсанттар алдан һөйләшеп ҡуйған кеүек, шиғырҙар араһында ҡабатланыуҙар булманы. Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры йәш быуын араһында ла яратып уҡыла, һөйләнә торған шиғырҙар ижад иткәнлегенә тағын инандыҡ. Балалар һәм уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар “Тыуған ер”, “Тыуған ил”, “Тәбиғәт”, “Дуҫлыҡ”, “Йәшлек” һәм башҡа темаларға ятланған юлдарҙы ҙур ҡыуаныс менән тыңланы.Малайҙар һәм ҡыҙҙар тамашасы алдында матур сығыш яһаны. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәптең 6 Б класс уҡыусыһы Усманов Динар (етәксеһе Хаирзаманова Э.С.) һәм 8 Б класс уҡыусыһы Шәйнуров Рөстәм (етәксеһе Муллаярова Э.Р.) призер булдылар! Ә Рәхимов Ранис 6 Б класс уҡыусыһы (етәксеһе Шәйнурова Н.М.) ҡатнашыусы грамотаһы менән бүләкләнде. Афарин егеттәр! Киләсәктә лә бындай сараларҙы көтөп ҡалабыҙ.