Осрашыу

Январь 28, 2018 Просмотров: 47

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенә Тәтешле районының урындағы ҡоролтайы Аҡ инәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сәғиева Рәмиә Батыр ҡыҙы килде. Мәктәп уҡыусылары был осрашыуҙы көтөп ала. Рәмиә Батыр ҡыҙы был килеүендә Тәтешле районының билдәле шишмәләре, йылғалары, күлдәре, тауҙары тураһында һөйләне. Топонимдарҙың килеп сығышы уҡыусылар араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. “Аҡбай шишмәһе”, “Хәҙрәт шишмәһе”, “Тарлау шишмәһе” тураһында яңы мәғлүмәттәр яңғыраны. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре белгән ер-һыу атамалары хаҡында әйтеп үтте. Ҡунағыбыҙ – Рәмиә инәй үҫмерҙәргә үҙе ижад иткән шиғыр-күстәнәсен дә уҡып ишеттерҙе. Уҡыусыбыҙ Ситдиҡов Радмир (9А кл.) ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙы. Был осрашыу тыуған яҡты өйрәнеүгә һәм һөйөүгә тағы ла ҙур этәргес булды.