“Һылыуҡай - 2018”

Февраль 17, 2018 Просмотров: 51

2018 йылдың 16-сы февраль йомаһында район мәҙәниәт йортонда “Һылыуҡай - 2018” конкурсы булып уҙҙы. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенән был бәйгегә 10-сы класс уҡыусыһы Асия Фәйзерахманова ҡатнашты. Ул был сараға алдан әҙерләнде. Башҡорт телендә үҙе тураһында портфолио төҙөнө. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас нәфислекте Асия милли кейемдәрҙә күрһәтте. Ул тамашасы алдында моңло тауышы менән ғаилә йылына бағышлап “Беҙҙең өйҙөң йәме - атай” тип аталған йырҙы башҡарҙы. Үҙ ҡулы менән теккән күлдәктәре лә ҡыҙыҡайҙың оҫталығын, эшһөйәр булыуын дәлилләне. Конкурс талаптары буйынса башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләргә тейеш ине. Асия ап-аҡ бойҙай ононан сәк-сәк бешереп жюри алдына сығарҙы. Уҡыусыбыҙ конкурс ҡуйған бар талаптарҙы ла төгәл үтәп лайыҡлы 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Эйе, халҡыбыҙҙың гүзәл ҡыҙҙары әҙәплелек, уңғанлыҡ һәм һылыу булыуҙары менән күркәм!