Ҡәләм оҫталары менән осрашыу
2018 йылдың 16-сы мартында Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә урындағы ҡәләм оҫталары менән осрашыу үтте. Ялҡынлы ижад юлын мәңгелек дуҫ-иптәш итеп һанаған хөрмәтле һүҙ оҫталары уҡыусылар менән түңәрәк өҫтәл артына йыйылды. Ҡунаҡтар – тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байгазина Клара Миассар ҡыҙы, күп йылдар дауамында балалар ижады үҙәге директоры вазифаһын башҡарған, йәш быуынды тәрбиәләү өҫтөндә эшләгән кеше - Сәғиева Рәмиә Батыр ҡыҙы, яратҡан шағирыбыҙ, ундан артыҡ йырҙар авторы, Ғәли Соҡорой һәм Әнғәм Атнабаев премиялары лауреаты - Минниғәлиев Фәнил Самиғол улы килде. Улар мәктәп уҡыусылары менән сәләмәт тормош, матур йәшәү, дуҫлыҡ, ғаилә ҡиммәттәре, яҡшы һәм тырышып уҡыу тураһында әңгәмә ҡорҙо. Үҙҙәренең ижад емешен уҡып ишеттерҙе. Килгән ҡунаҡтар алдында балалар башҡорт һәм татар телендә сығыш яһаны. Йырҙар, шиғырҙар, ихлас теләктәр күңелдәргә хуш килде. Саҡырылған ҡунаҡтар киләсәктә лә бындай осрашыуҙарға килергә ҙур теләк белдерҙе.