Асыҡ дәрҽстәр

Октябрь 22, 2018 Просмотров: 40

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә асыҡ дәрҽстәр уҙҙы. Был сарала туған тел уҡытыусылары ла ҡатнашты. Улар башҡорт, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Һәр уҡытыусы матур сығыш яһаны. Башҡорт теле буйынса Н.Шәйнурова “А.Йәғәфәрова “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Омонимдар” (5 кл.), Р.Суфиярова “Исем” (4кл.), ә татар теле һәм әҙәбиәте буйынса Э.Муллаярова “Р.Корбанов “Каурыйлар”, Ғ.Мөхәммәтшин “Ак песи” (3кл.), Э.Хаирзаманова “Сыйфат фигыль” (7кл.) темалары буйынса дәрес күрһәтте. Һәр кҽм үҙенсәлекле эш төрҙәре, методтар менән уртаҡлашты.