Семинар-кәңәшмә
2 ноябрь 2018 йылда Өфө ҡалаһында “Йәйләү” профилле сменаһында эшләгән етәкселәр һәм әйҙәүселәр өсөн республика семинар-кәңәшмәһе булып үтте. Унда Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнашты. Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына республиканың һәр ҡала һәм районынан башҡорт теле уҡытыусылары йыйылғайны. Кәңәшмәлә Мәрйәм Бураҡаева – башҡорт яҙыусыһы, журналист, мәғрифәтсе, Салауат Юлаев ордены, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы кавалеры, “Йәйләү” программаһы авторы сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Республика балалар һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экскурсиялар үҙәгенең бүлек мөдире Ғелметдинова Мәрүә Мирсәит ҡыҙы уҡыусыларҙың йәйге ялын дөрөҫ һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштороу тураһында бөгөндән уйлау, планлаштырыу кәрәклеге тураһында һөйләп үтте.Кәңәшмәлә уҙған йылдарҙа “Йәйләү” проекты буйынса эшләгән етәксе һәм әйҙәүселәре үҙ фекере менән уртаҡлашты. Киләһе йылдарҙа ла “Йәйләү”профилле сменаһында балаларҙың ялы фәһемле, матур үтһен өсөн күп мәсьәләләр күтәрелде һәм ҡаралды. Кәңәшмә ахырында “Салауат юлдарынан” художестволы документаль фильм күрһәтелде.