12 декабрь — Рәсәй Конституцияһы көнө
Декабрь 12, 2018
Просмотров: 55
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары район үҙәге китапханаһында 12 декабрь — Рәсәй Конституцияһы көнөнә бағышланған сарала ҡатнашты. Китапханасылар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә булыуы һәм бөтә илдә ҡулланыланылыуы, Рәсәйҙә ҡабул ителгән закондар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгеллеге тураһында һөйләне. Укыусылар Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы – Конституцияла ҡаралған ҡағиҙәләрҙе һәм ҡабул ителгән закондарҙы күҙәтеү, хоҡуҡи дәүләттең принциптарын һаҡлау тураһында мәғлүмәт алды.