Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар

Декабрь 14, 2018 Просмотров: 49
14 декабрь - Башҡорт теле көнө айҡанлы мәктәбебеҙҙә иғлан ителгән конкурстар булып үтте. Уҡыусылар әүҙем әҙерләнде. Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләүҙә 7-се класс уҡыусылары иң оҫта башҡарыусылар тип табылды.Ғәлиуллин Адель “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” (1-се урын), Хәсәнова Дилнара “Дуҫлыҡ” (2-се урын), Саяпова Диния “Аттың ниһен маҡтайһың” (3-сө урын), Шәйморатов Ирек “Өлгө һүҙ” (“Туған телгә һөйөү” номинацияһы) шиҙырҙарын һөйләп ишеттерҙе. 9-сы “А” класс уҡыусыһы Арыҫланова Илүзә “Башҡорт теле көнөнә арналған плакат” бәйгеһендә еңеүселекте яуланы. Туған телгә бағышланған эссе конкурсында Хәкимова Л. (11Б кл.), Фәйзрәхманова А. (11А кл.), Фәхретдинова И. (9А кл.), Ибатуллина Ғ. (8А кл.) йөкмәткеле һәм матур эштәр тәҡдим итте. 5-6-сы класс уҡыусылары араһында уҙған дистанцион олимпиадала Усманова З.(5В кл.) - еңеүсе. Телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!