Халыҡ-ара туған телдәр көнө.
Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә был көн үҙенсәлекле уҙҙы. Башҡорт (дәүләт) теле дәрестәрендә 5-6-сы класс уҡыусылары араһында “Туған телем – үҙем өсөн, башҡа телем – көнөм өсөн” тигән тема аҫтында дәрес-конференция үткәрелде. Туған (башҡорт) телендә (6 кл.) “Рәми Ғарипов. Халҡыма хат” темаһына семинар-дәрес, 4-се кластарҙа “Әсәм теле – башҡорт теле, минең өсөн изге тел” тигән дәрес-диспут бик йәнле үтте. Дәрестәрҙән һуң 11Б класс уҡыусылары мәктәп музейында яҡташ яҙыусы-шағирҙарыбыҙ ижады һәм тыуған еребеҙ, тарихыбыҙ тураһында иҫтәлектәр менән танышты. Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың белеме, ҡыҙыҡһыныуы тағы ла артты. Эйе, туған тел - беҙҙе милләт итеп туплаған мираҫ. Халыҡтың милләт булыуын күрһәткән төп үҙенсәлек. Мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ, тарихыбыҙҙы һаҡланған мәғлүмәт асҡысы. Моңло, аһәңле беҙҙең тел!