Башҡорт һәм татар теле уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы

Апрель 18, 2019 Просмотров: 72

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә башҡорт һәм татар теле уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы үтте. Район мәктәптәренән йыйылған уҡытыусыларға асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ класы күрһәтелде. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған “Башҡорттар” студияһы түңәрәк өҫтәл артына ҡунаҡтар йыйҙы. Районыбыҙҙа тыуып үҫкән, тыуған еребеҙ тарихы үҫешенә хеҙмәт иткән талантлы шәхестәр - урындаға шағир Фәнил Миңнеғәлиев һәм крайҙы өйрәнеүсе Рәмиә Сәғиева саҡырылды. Улар шиғырҙарын уҡыны, туған тел һәм Ватан матурлыҡтарын, ҡиммәттәрен бәйән итте. Уҡыусылар шиғри сәләмдәр, дәртле йырҙар, ҡурай моңо менән сараны биҙәне. Осрашыу бик фәһемле булды. Педагогтар тәжрибә уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү тураһында ла һөйләште һәм яңы көс, дәрт, илһам алып таралышты.