I Бөтә Рәсәй съезы конференцияһы

Май 15, 2019 Просмотров: 58

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама ҡалаһында зона конференцияһы булып уҙҙы. Сара әҙәби-музыкаль композиция менән башланды. Педагогик идеялар фестивалендә мастер-кластар күрһәтелде. Ҡала мәктәптәрендә уҡытыусылар төркөмдәр буйынса дискуссия майҙансыҡтарында әүҙем ҡатнашты. Майҙансыҡтар “Дөйөм белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре” , “Туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа актуаль проблемалар” тигән йүнәлештәр буйынса эшләне. Төштән һуң балалар ижады һарайында пленар ултырыш үҙ эшен дауам итте. БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Г.Р.Шафиҡова, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Р.Р.Сафиуллина, БР Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директор урынбаҫары М.С.Дәүләтшина педагогтарҙы борсоған һорауҙарға яуаптар бирҙе.