Китап уҡыусылар конференцияһы

Октябрь 20, 2019 Просмотров: 37

Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы 5-се класс уҡыусылары араһында “Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы булып үтте. Балалар бик яратып ошо әҫәрҙе уҡыны һәм кинотеатрҙа “Һеңлекәш” фильмын ҡараны. Шуға ла улар ҙур теләк менән конференцияла ҡатнашты, был әҫәрҙең дауамын үҙҙәре теләгәнсә һөйләне, һүрәттәр төшөрҙө, дистанцион викторинала ҡатнашты.

Уҡыусылар Мостай Кәрим ижады аша китап уҡыу күңелле һәм кәрәк икәнлеген аңланы.