Йәйләүҙең икенсе көнө!
Октябрь 31, 2019
Просмотров: 29
Йәйләүҙең икенсе көнө иртәнге физик күнекмәнән башланды. Иртәнге аштан һуң тантаналы сара үтте, йәйләү етәксеһе Шәйнурова Н.М. ял сменаһын асып, балаларға күңелле һәм файҙалы ял теләне.
Йәйләүҙе үҙ гимны “Башҡортостан” (Дамир Әҙелбаев һүҙҙәре һәм көйө) менән асҡандан һуң, күңелле старттар бик сәмле барҙы, малайҙар-ҡыҙҙар бейеп күңел астылар. Күңелле старттарҙа Табын һәм Ирәкте ырыуына етеүсе булманы. Һәр ырыуҙың йәйләү темаһына арналған һүрәте стена газеталарында урын алды. Ҡыҙҙар-малайҙар төшкө аштан һуң үткән көнгә йомғаҡ яһаны һәм иртәгәге көнгә яңы маҡсаттар ҡуйҙы.