"Дуҫлыҡ күпере"
Ноябрь 23, 2019
Просмотров: 40
22 ноябрь көндө Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенең 5А класы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев исемендәге Иҫке Күрҙем урта мәктәбенең 6 класы уҡыусылары араһында дуҫлыҡ күпере һуҙылды. Улар танышып, “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” тигән темаға КВН да ҡатнаштылар. Ҡыҙҙар-малайҙар сәләмәт тормош, дөрөҫ туҡланыу, спорт уйындары, сынығыу хаҡында һөйләште. Улар был сарала көс һынашып ҡына ҡалманы, киләсәккә пландар ҡорҙо, аралашырға һүҙ ҡуйышты. Йырҙар-бейеүҙәр осташыуға байрам төҫө өҫтәне. Киләсәктә лә мәктәптәр һәм уҡыусылар араһындағы дуҫлыҡ күперҙәре ныҡлы булыр.