“Айгөл иле”

Декабрь 9, 2019 Просмотров: 98

Уҡыусыларға заман талаптарына ярашлы төплө белем һәм күп яҡлы тәрбиә биреүҙең төрлө формалары бар. Улар араһында театр сәнғәте эшмәкәрлеге айырым урын алып тора. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә уҡыусы балаларҙы сәхнәлә үҙ аллы сығыш яһарға өйрәтеү, туған телдә һөйләү оҫталығын үҫтереү, бөйөк драматургтарҙың әҫәрҙәрен өйрәтеү өҫтөндә эш алып барыла. 7-се класс уҡыусылары Хәйруллина Илһөйәр һәм Бәҙретдинов Ансар Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурста ҡатнаша. Улар театр йылына бағышлап, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” романтик драмаһынан өҙөк тәҡдим итте. Улар артистарса тырышып уйнаны. Дуҫлыҡҡа, әсәләргә, тыуған илгә булған һөйөү мәңгелек булыуын күрһәтте. Илһөйәр менән Ансар ҡатнашҡан театрлаштырылған өҙөккә тауыш биреүегеҙҙе лә һорайбыҙ! https://vk.com/bashkorttelekono

https://vk.com/mboysosh_2