“Туған телгә 100 аҙым”

Декабрь 13, 2019 Просмотров: 39

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары туған телгә һөйөү менән ҡарай. 5А һәм 7А класы уҡыусылары район үҙәк китапханаһы уҙғарған “Башҡорт теле – әсәм теле” тип аталған сарала ҡатнашты. Улар республикабыҙҙың дәүләт символдары тураһында белемен тәрәнәйтте, башҡорт теле тураһында шиғырҙар уҡыны. Китапханасылар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар инновацион технологиялар үҫешкән ваҡытта туған телде өйрәнеү, һаҡлау тураһында фекер алышты. Яҡташ яҙыусыларыбыҙ ижадын өйрәнеү, ғаиләлә, дуҫтар һәм тиҫтерҙәр араһында туған телдә һөйләшеү мөһимлеген ҡабатланы. “Туған телгә 100 аҙым” тип аталған китап күргәҙмәһенән С.Юлаев, Ҡ.Даян, М.Ғафури, Т.Ғәниева, Б.Бикбай, Ш.Бабич шиғыр китаптарын һайлап алды.