Музыка сәғәте

Декабрь 22, 2019 Просмотров: 67
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары йырға-моңға, сәнғәткә ғашиҡ. Улар күбеһе музыка мәктәбенең баян, йыр, ҡурай класында белем ала. Балалар төрлә милләт көйҙәрен, йырҙарын яратып тыңлай. Шуға ла класс етәкселәре кластан тыш сараларға һәр ваҡыт төрлө һөнәр эйәләрен, талантлы яҡташтарыбыҙҙы саҡырып тора. Бигерәк тә Яңы йыл алдынан балаларҙың күңеле күтәренке. Сираттағы осрашыуға 5А,Б класс уҡыусылары район үҙәге музыка мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Аяз Әхмәтовты саҡырҙы. Ҡунағыбыҙ, юғары белемле музыкант булараҡ, малайҙарға-ҡыҙҙарға музыка нескәлектәре тураһында һөйләп бирде. Башҡорт, татар, рус, украин, мари, удмурт, сыуаш халыҡ бейеү көйҙәрен уйнаны. Уҡыусылар һорауы буйынса өҙҙөрөп үҙе лә йырланы. Балалар гармунға ҡушылып йырланы, бейене, уйнаны. Музыка мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыуҙар гел йылы, ихлас уҙа. Киләсәктә лә мәктәптәр араһындаға дуҫлыҡ ептәре ныҡ булыр тип ышанабыҙ!

https://vk.com/mboysosh_2?z=video441466702_456239074%2Fpl_wall_-142975657