“Күрҙем шишмәләре - 2020” - һайлап алыу туры

Февраль 19, 2020 Просмотров: 44

18 февралдә уҡыусы балалар араһында “Күрҙем шишмәләре - 2020” поэзия фестиваль-конкурсына һайлап алыу туры уҙҙы. 
Беҙҙең мәктәптән туған телде һәм әҙәбиәтте яратып өйрәнгән уҡыусылар ҡатнашты. Конкурсанттар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Ә.Атнабаев, Ш.Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Ҡатнашыусылар бөтәһе лә матур итеп сығыш яһаны һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылында уҙасаҡ поэзия бәйгеһендә ҡатнашыусылар билдәләнде. Улар: Хәкимйәнова Радмила, Хәсәнйәнова Яна, Сәитов Рудель (5А кл.), Лотфуллина Гөлнур (4А кл.). Ҡатнасыусыларға уңыштар теләйбеҙ!