“Туған телдә һөйләшәм” акцияһы
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә туған телдәр булараҡ башҡорт, татар, рус телдәре өйрәнелә. Шуға ла уҡыусы балалар туған телдәрҙә үткәрелгән бәйгеләргә, Интернет селтәрендә уҙғарылған конкурстарға дәррәү ҡушыла. Туған телдәр көнө уңайынан уҡыусылар менән осрашыуға районыбыҙҙың йәштәр сәйәсәте бүлеге һәм “Батыр” спорт клубы директоры Х.Әюпов килде. “Туған телдә һөйләшәм” акцияһы буйынса егеттәр һәм ҡыҙҙар менән туған телдең кеше тормошондағы роле тураһында һөйләште. Дуҫ була белеү, ярҙамлашыу, берҙәм булыу тураһында ла фекерҙәр яңғыраны. Хәлит Мәғсүм улы йәштәр араһында туған тел буйынса тест үткәрҙе. Киләсәктә уларҙың белемле, тәрбиәле шәхестәр булыуын теләне. Балалар үҙ сираттарында башҡорт һәм татар телендә шиғырҙар һөйләне. Уҡыусыларға был осрашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Аҫыл ҡоштай ҡанатланып осам,
Һөйләшәм мин туған телемдә.
Атай-әсәй теле ҡәҙерлерәк
Сит телдәрҙән минең илемдә.
(А. Абдуллина)