Күптәргә үрнәк

Январь 27, 2017 Просмотров: 42

Һәр мәктәптең ғорурлығы булырҙай уҡыусылары бар. Улар үҙҙәренең яҡшы уҡыуы һәм төрлө ярыштарҙа алдынғы урындар яулауы менән айырылып тора. 11-се класс уҡыусыһы Балякова Камилла шундай уҡыусы. Ул төрлө фән олимпиадаларында призлы урындар яулай. Күптән түгел Өфөлә уҙған физкультура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан еңеү менән ҡайтты. Беренсе урын алыу өсөн Камилла уҡытыусыһы Арыҫланов Рамазан Фазылкарам улы менән етди әҙерләнгән.Теория буйынса һорауҙарға яуаптар биреү, гимнастика күнекмәләре үтәү, йүгереү кеүек һынауҙарҙы иң оҫта һәм юғары баһаға башҡарып сыға ул. Уңған ҡыҙыҡай бәләкәйҙән бейеү түңәрәгендә, “Батыр” спорт клубында шөғөлләнә. Мәктәптә ҡыҙҙар араһында баскетбол йыйылма командаһы капитаны ла. 9-сы класта уҡығанда Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан булдырылған иң һәләтле уҡыусылар өсөн стипендияға лайыҡ була. Камилла кеүек уҡыусылар күптәргә үрнәк. Киләсәктә лә был уҡыусыбыҙҙы билгеле шәхес, бәхетле кеше итеп күрәһебеҙ килә!