1. Родителям
  2. Новости
  3. Туған телдәр көнөн ҡаршылап

Туған телдәр көнөн ҡаршылап

Февраль 15, 2017 Просмотров: 48

1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә. Туған телдәр көнөн ҡаршылап, 2017 йылдың 16-сы февралендә Үрге Тәтешле урта мәктәбе 7-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион олимпиада уҙғара. Был бәйгелә Тәтешле районы мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыу түләүһеҙ һәм еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнә. Һылтанма: https://goo.gl/forms/v6JGaVv4b5s64J8f2