Мәктәптә субботник
Сентябрь 24, 2017
Просмотров: 42
Бөгөн, алтын көҙҙөң 22-се сентябрендә, мәктәбебеҙ Бөтәрәсәй өмәһенә ҡушылды. Был сара экологик хәлде яҡшыртыу маҡсаты менән ойошторолдо. Унда 5-8-се класы һәм 10-сы класы уҡыусылары, класс етәкселәре ҡатнашты. Мәктәп тирәһе, баҡса, спорт майҙансыҡтары сүп-сарҙан һәм ҡороған япраҡтарҙан таҙартылды. Уҡыусылар баҡса таҙартыу, йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнашты. Балалар эш барышында мәктәп тирәһен сүп-сарҙан арындырып ҡына ҡалманы, таҙалыҡ һәм бөхтәлек ҡәҙерен белергә кәрәклеккә лә төшөндө. Дәрестәр ваҡытындағы дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәре субботник барышында тағы ла нығыны. Көҙгө көндөң ҡоро, ҡояшлы булыуы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Белем усағыбыҙ тирәһе тағы ла матур һәм йыйыштырылған төҫ алды.