Башҡорт теле көнө
Декабрь 17, 2017
Просмотров: 50
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры тарафынан 2016 йылдың 22 мартында раҫланған “Положение о мероприятиях в общеобразовательных организациях РБ, посвященных ко Дню рождения известных национальных деятелей литературы и просвещения” бойороғона ярашлы 14-се декабрь Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. 2017 йылдың 14-се декабрендә Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә Башҡорт теле көнө иғлан ителде. Ошо айҡанлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлына туҡталып үттек. Уҡыусылар бөйөк шәхестең шиғырҙарын уҡыны, туған телдә аң-белем, тәрбиә темаһына мәҡәл әйтемдәр әйтте. 10-11-се класс уҡыусылары туған телгә булған һөйөүҙәрен иншаларҙа яҡтыртты, ә 5-9-сы класс малайҙары-ҡыҙҙары диктант яҙҙы. Уҡыусылар араһында “Халҡым теле - миңә хаҡлыҡ теле” тип аталған эссе бәйгеһе үтте. Еңеүселәр - Шәрифғәлиев Филғәт (11кл.) һәм Хәкимова Лениза (10кл.) булды. “Башҡорт телендә тыуған ер, туған тел, Башҡортостан тураһында иң яҡшы шиғыр” конкурсында Фәхретдинова Ирина (8кл.) еңеүсе тип билдәләнде һәм был эштәр республика этабы конкурсында ҡатнашырға лайыҡлы тип табылды. Ә дәрестәр бөткәс “Минута славы” конкурсы башланды. Туған телдә балалар дәртле йырҙар яңғыратты, төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарҙы. Таланттарҙың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Егеттәрҙең моңло ҡурай моңо байрамға йәм өҫтәне. Башҡорт теленә арналған көн хәтирәләргә бай, иҫтәлекле үтте. Туған телгә булған иғтибар һәм хөрмәт тағы ла нығыны!