1. Родителям
  2. Новости
  3. Яратҡан шағир

Яратҡан шағир

Ноябрь 2, 2018 Просмотров: 45

2018 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры - Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулды. 25 октябрь көндө район үҙәге китапханаһында Мостай Кәримде иҫкә алыу кисәһе уҙҙы.  Унда Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары ла ҡатнашты.  Егеттәр һәм ҡыҙҙар М.Кәрим шиғырҙарын-йырҙарын кинәнеп тыңланы.  Улар викторина һорауҙарына яуаптар биреп үҙ белемен дә тикшерҙе.  Был сара, туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен уҡыған балалар өсөн, моңһоу ҙа булды. Сөнки, һәр кем Мостафа Сафа улы Кәримовтың ижадын ярата, яҡын итә, бәләкәйҙән өйрәнә.