Мәктәп музейында
Апрель 14, 2019
Просмотров: 50
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенең Тыуған яҡты өйрәнеү музейында уҡыусылар районыбыҙ тарихын, халыҡыбыҙҙың йола-ғәҙәттәрен өйрәнә. Тыуған яҡҡа, илгә, телгә һөйөү кесе йәштән тәрбиәләнә. Ошо маҡсаттан 11-се Б класс уҡыусылары музейҙа йыш була.Сираттағы осрашыуҙа музей етәксеһе Зинфира Мәүлитйән ҡыҙы кис ултырыу йолаһы тураһында һөйләне. Ҡыҙҙар сигеүле алъяпҡыс, мендәр тыштары, ҡулъяулыҡ, ашъяулыҡ, таҫтамал, төрлө ҡорамаларҙы ҡаранылар. Уларға ҡул эштәре, халыҡ йырҙарының башҡарылыу тарихы бигерәк ошаны . Музейҙа “Халҡыбыҙҙың тормошо һәм көнкүреше”, “Комсомол һәм пионер атрибуттары”, “Уҡыусыларҙың етештереү бригадаһы”, “Боронғо мәктәп”, “Мәктәптең спорт тормошо”, “Яугир - интернационалистар”, “Ул – беҙҙең аранан”, “Мәңгелек иҫтәлек”, “Мәктәп йылъяҙмалары”, “Уҡытыусылар - педагогик хеҙмәт ветерандары”, “Яҡташ яҙыусылар ижады” тигән бүлектәр һәр кемдең күңеленә хуш килде.