“Йәйләү” эшләй башланы
Октябрь 28, 2019
Просмотров: 60
Мәктәптәрҙә көҙгө каникулдар башланды. Ә беҙҙең мәктәптә балалар өсөн “Йәйләү” эшләй башланы. “Йәйләү” балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе биш көнлөк профилле ял итеү сменаһы. Был лагерь яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы нигеҙендә ойошторола. «Йәйләү» отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй. Балалар башлыса төбәктә көн иткән ырыуҙарға тупланды. Малай-ҡыҙҙар тыуған яҡ тарихын өйрәнәсәк, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, боронғо шөғөлдәре менән танышасаҡ. Балалар лагерҙа 2 тапҡыр туҡлана. Уҡыусылар тырышып башҡортса аралашырға, туған телебеҙҙең ҡәҙерен белергә лә өйрәнә.