“Йәйләү һылыуҡайы”, “Йәйләү батыры”
Октябрь 31, 2019
Просмотров: 41
Йәйләүебеҙҙең өсөнсө көнө лә бик күңелле үтте. Балалар һылыулыҡта һәм батырлыҡта көс һынашырға йыйылды. Иртә менән сағыу кейемдәрен кейҙе, күмәкләшеп үҙ ҡулдары менән еңеүселәргә ҡатырғанан матур таж әҙерләне. Ярыштарҙа мода күрһәтеү, йырлап-бейеп, шиғыр һәм әкиәт һөйләп күрһәтеү, үҙ күлдәгең тарихын һөйләү, тамашасыларҙың иғтибарын үҙеңә йәлеп итеү кеүек һынауҙар булды. “Йәйләү һылыуҡайы” Әлиә Йәмилева (1Б кл.) булһа, “Йәйләү батыры” Ренат Хәлитов (5А кл.) булды! Бәйгелә ҡатнашыусылар бөтәһе лә төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Көндөң икенсе өлөшөндә башҡорт бейеүҙәренә флешмоб ойошторолдо. Йәйләүҙән бөтәһе лә күтәренке кәйеф менән таралды.