Йәйләү - үҙ эшен тамамланы
Ноябрь 2, 2019
Просмотров: 42
Көҙгө каникул көндәрендә мәктәбебеҙҙә ойошторолған йәйләү - балаларҙың ял итеү үҙәге - үҙ эшен тамамланы. Танышып, дуҫлашып өлгөргән балаларҙың тиҙ генә ҡайтып китәһеләре килмәне. Улар киләсәктә лә мәктәбебеҙҙә ойоштороласаҡ йәйләүҙе һағынып көтәсәктәрен һәм тырышып уҡыясаҡтарын белдерҙеләр. Йәйләү ябылыу тантанаһына Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” сараһы йәм өҫтәне. Бөтә Рәсәй акцияһына уҡыусылар теләп ҡушылды. Улар йәйләүҙең үҙ гимнын башҡарғас, уҙған көндәргә йомғаҡ яһаны.