“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы – 2020”
Декабрь 21, 2019
Просмотров: 48
Районыбыҙҙа “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы – 2020” бәйгеһе бара. Башҡорт теле уҡытыусылары был һөнәри конкурста теләп ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Ә.Атнабаев исемендәге Иҫке Күрҙем урта мәктәбендә туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте һәм Яңы Тәтешле урта мәктәбендә башҡорт (дәүләт) теленән асыҡ дәрестәр үтһә, Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә урынлашҡан "Үҫеш нөктәһе" үҙәге класында конкурсанттар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Уҡытыусылар үҙ эшендә төрлө алымдар ҡулланыуын дәлилләне. Ярыштың алдағы этабында улар эссе яҙасаҡ. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының талабына тап килгән, дөрөҫ, матур, йөкмәткеле дәрестәр ысын шәхес тәрбиәләүҙә бик мөһим. Уҡытыусыларҙың ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыуы ла бик кәрәк!