Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл
Ошо көндәрҙә район үҙәге китапханаһында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йылға бағышланған сара уҙҙы. Унда беҙҙең мәктәптән 10 класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар Ш.Бабичтың ижадын, биографияһын иҫкә төшөрҙө һәм «Беҙ башҡорттар», «Халҡым өсөн», «Ал да нур сәс халҡыңа», «Ҡурайҡайға», «Тупраҡ» шиғырҙарын уҡыны. Китапханасы бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре егерменсе быуат башы әҙәбиәтендә генә түгел, барлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алыуын еткерҙе. “Башҡорт тарихында шәхес” тип аталған видеофильмды ҡарау Шәйехзада Бабичтың ижадын тағы ла яҡшыраҡ аңларға этәргес булды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар Бабич тормошона һәм ижад юлына бағышланған викторина һорауҙарына ла яуап бирҙе. Был бәйгелә Шәйнуров Р., Фәхретдинова И., Суфиянова Ы. иң күп дөрөҫ яуап биреүсе тип танылды.