Туған телдәр аҙналығы
27-31-се ғинуарҙа Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә туған телдәр аҙналығы тип иғлан ителде. Был аҙнала туған телдәр буйынса төрлө саралар ойоштороласаҡ. Тәүге көн, дүшәмбе, туған телдә уҡыусылар менән Бөйөк Еңеүгә дан йырлаған яҙыусы, шағирҙар ижады тураһында әңгәмәләр менән башланды. Синыфтар араһында туған телдә сағыу гәзиттәр сығарыу бәйгеһе иғлан ителде. Шишәмбелә 5-6 класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион олимпиада уҙғарыла. Шаршамбы көн татар, башҡорт телдәрендә районыбыҙҙың юбилейына бағышланған “Тәтешлегә - 85” инша яҙыуҙа оҫталыҡ бәйгеһе буласаҡ. Кесаҙна “Башҡортостан ынйылары” район фольклор конкурсында ҡатнашыу булһа, йома көндө туған телдә шиғыр бәйгеһендә егеттәр-ҡыҙҙар көстәрен һынай. Аҙналыҡ буйынса туған телдәр уҡытыусылары асыҡ дәрестәр үткәрә. Ә әүҙем һәм тырыш уҡыусылар мәктәп линейкаһында маҡтау ҡағыҙҙары менән билгеләнә.