Милли кейемдәр тураһында онлайн дәрестәр
Апрель 18, 2020
Просмотров: 54
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары республикабыҙҙа халыҡтар араһында уҙған флешмобҡа ихлас ҡушылды. Мәктәбебеҙҙә дистанцион уҡытыу сиктәрендә "Башҡорт милли костюмы", “Татар милли костюмы” темаһына матур һәм тәрән йөкмәткеле онлайн дәрестәр, класс сәғәттәре уҙҙы. Уҡыусылар милли кейемдәр тураһында өйрәнде һәм яратҡан костюмдарын һүрәтләне. Ошо флешмобтың башланғысы бик тәрән мәғәнәгә эйә һәм киләсәге лә ныҡлы булыр, милләттәштәребеҙҙе тағы ла берләштерер тип өмөтләнәбеҙ.