1. Ученикам
  2. Объявления
  3. М.Аҡмулла ижадына һәм башҡорт теленә арналған дистанцион олимпиада

М.Аҡмулла ижадына һәм башҡорт теленә арналған дистанцион олимпиада

13.12.2019 Просмотров: 36

14 декабрь - Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө, шуға был башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. Аҡмулла – бөйөк шағир-сәсән, шағир-мәғрифәтсе, фекер эйәһе. Ризаитдин Фәхретдин: «Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ — бәхетһеҙ. Мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ — яҡлаусыһыҙ. Әҙәбиәте булмаған халыҡ — рухһыҙ», - тип яҙып ҡалдырган. Ә беҙ бәхетле, рухлы халыҡ. Сөнки, Аҡмулла кеүек – бөйөк шағир-сәсән, фекер эйәһе, уҡымышлы, шағир-мәғрифәтсебеҙ халыҡ хәтерендә. Башҡорт теле көнөн ҡаршылап, 13 декабрь көндө Үрге Тәтешле урта мәктәбе уҡыусылары араһында М.Аҡмулла ижадына һәм башҡорт теленә арналған дистанцион олимпиада уҙғарыла. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнә. Һылтанма: https://forms.gle/DJeF6WexmrXD9eKbA