Туған телдәр аҙналығы
13-18-се февралдә мәктәптә туған телдәр аҙналығы булып уҙҙы. “Тел яҙмышы – ил яҙмышы” тигән тема буйынса төрлө саралар ойошторолдо. Дүшәмбелә “Туған телем – моңло көйөм” тигән темаға класс сәғәттәре үтте. Шишәмбелә туған тел уҡытыусылары асыҡ дәрестәр күрһәтте. Шаршамбы көн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион олимпиада уҙҙы. Был сарала беҙҙең мәктәп уҡыусылары ғына түгел, башҡа күрше мәктәптәр ҙә әүҙем көс һынашты. Кесаҙна “Кеше китә – йыры ҡала” тип аталған, шағир-яҙыусылар ижадына бағышланған, стена газеталары сығарылды. Йомала яҡташ яҙыусыбыҙ Әнғәм Атнабаев шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы уҙҙы. Уҡыусыларҙың тасуири шиғыр һөйләүе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Улар башҡорт, татар, удмурт телдәрендә матур шығырҙар менән сығыш яһаны. Ә шәмбе көн балалар туған тел дәрестәрендә кинофильмдарҙан өҙөктәр ҡараны. “Фирүзә муйынсаҡ”, “Еңмеш”, “Сулпан” тип аталған башҡорт киноларына байҡау яһалып һәр кем үҙ фекерен әйтеп үтте. Туған телдәр аҙналығы һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һәр эш төрөндә ҡатнашып уҡыусы балалар үҙ теленә тағы ла хөрмәт, яратыу менән ҡарар тип уйлайбыҙ.