Республика көнө
Октябрь 22, 2017
Просмотров: 53
Беҙҙең мәктәптә Республика көнөнә арналған класс сәғәттәре һәм кластан тыш саралар уҙҙы. “Тыуған ерем - Башҡортостан ” тип аталған кисәне 10-сы “Б” класы уҡыусылары ойошторҙо. Унда юғары класс уҡыусылары ҡатнашты. Байрам сараһы республикабыҙҙың гимны менән башланды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар дәүләт символдары, Башҡортостандың данлы тарихы, матур тормошо хаҡында һөйләне. Төрлө милләт бейеүен башҡарып улар республикабыҙҙың милләт-ара дуҫлығына дан йырланы. Дәртле йырҙар күңелдәрҙе күтәрҙе, тыуған илгә булған һөйөүҙе дәлилләне.