“Күрҙем шишмәләре - 2018”
Март 1, 2018
Просмотров: 36
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары “Күрҙем шишмәләре - 2018” поэзия фестиваленән ситтә ҡалманы. 20-се февралдә Иҫке Күрҙем ауылы мәҙәниәте йортона әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды. Бында Татарстан республикаһынан, Өфө ҡалаһынан, күрше район-ҡалаларҙан ҡунаҡтар һәм яҙыусылар ҙа ҡатнашты. 90 йыллыҡ юбилей кисәһендә Атнабайҙың шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Шәйнуров Рөстәм (8кл.) үҙе ижад иткән “Мин яратам” шиғырын һөйләп Бәйләнештә социаль селтәрендәге “Әнғәм Атнабаев – Башҡортостандың халыҡ шағиры” төркөмө администрацияһының махсус бүләгенә һәи дипломына лайыҡ булды. Был ҙур бүләкте яҡташыбыҙ, күп йырҙар һәм шиғырҙар авторы Миннемөхәмәтов Юныс Әғләм улы тапшырҙы. Ә Басыров Рудель (5кл.) уҡыусыһы Ә.Атнабаев шиғырын һөйләп “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында еңеүсе булды. Талантлы уҡыусыларыбыҙҙың әҙәбиәткә, шиғриәткә булған һөйөүө маҡтауға лайыҡ!