1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ҡоролтай ултырышы

Ҡоролтай ултырышы

Март 27, 2019 Просмотров: 50

Районыбыҙҙа ҡоролтай ултырышы булып үтте. Был сарала беҙҙең мәктәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, китапханасы, музей етәксеһе ҡатнашты. Район башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына яңы ағзалар ҡабул ителде, шулай уҡ яңы ҡоролтай рәйесе һайланды. Тыуған еребеҙҙә халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн маҡсатлы эштәр башҡарылып килә. Киләсәктә лә милләттәштәребеҙҙең яҙмышы, тормошо һәм телебеҙ, еребеҙ өсөн дә файҙалы эштәр башҡарылыр. Тәтешле районы Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерер.