1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө концертында

“Арғымаҡ” этно-рок төркөмө концертында

Февраль 11, 2020 Просмотров: 37

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары уҙған ял көнөндә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө концертында булды. Районыбыҙға уларҙың килеүе ҙур шатлыҡ, мәртәбә булды! Арғымаҡтарҙы бөтәбеҙ ҙә көтөп алдыҡ. Өфө артистары башҡорт халҡының йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға тапшырҙы. Концерт барышында төркөмдөң етәксеһе, солисы Ринат Заһир улы Рамаҙанов башҡорт халҡының тарихын һәр кемдең йөрәгенә еткереп, аңлайышлы итеп һөйләне. Милли батырҙарыбыҙ, әҙәби етәкселәребеҙ, үткәнебеҙ тураһында ла кинәнеп тыңланыҡ. Тәтешлеләр концертта дәртле йыр-моңға ҡушылып йырланы, туйғансы бейене! Концерт бер тында үтте лә китте! Көтөп алған тамаша күңелдәребеҙгә ял һәм сихәт өҫтәне. Уҡыусы балалар “Арғымаҡ” төркөмө сығыштары аша туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә тағы ла һоҡланып, яратып, тыуған илебеҙҙең бөйөклөгөнә ғорурлыҡ хистәре кисереп таралды. Талантлы, дәртле “Арғымаҡ” төркөмөнә ҙур рәхмәт!