Туған телдәрҙә диктант яҙҙыҡ
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә 21 февраль – Халыҡ - ара туған телдәр көнө ҙур байрам һымаҡ үтеп китте. Беҙ ҙә республикабыҙҙа уҙған акцияға ҡушылдыҡ. Акция туған телдәр көнөнә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. Диктант өсөн яҙыусы-яугир Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған ине. Унда туған телен белгән, уның яҙмышына битараф булмаған һәр кем – уҡыусы балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм башҡа барлыҡ теләүселәр ҡатнаша алды. Сара башланғансы туған телдәр тураһында шиғырҙар һөйләнек, йырҙар йырланыҡ. Тел байрамы бик фәһемле уҙып китте!
Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы. (Р.Шәкүр)