«Күрҙем шишмәләре»
Февраль 24, 2020
Просмотров: 46
Районыбыҙҙа «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт фестивале үтте. Күләмле сара танылған драматург, шағир Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылында ойошторолдо. Быйылғы конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм тыуған районыбыҙҙың 85 йыллығына арналды.Ҡатнашыусылар араһында Силәбе өлкәһе, Асҡын, Яңауыл районы вәкилдәре лә булды. Йылдағыса, Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәп уҡыусылары ла әүҙемлек күрһәтте. Хәкимйәнова Радмила, Хәсәнйәнова Яна, Сәитов Рудель, Лотфуллина Гөлнур номинацияларҙа еңеүсе булды. Афарин!