1. Учителям
  2. Объявления
  3. Туған телдә китаптар уҡыйбыҙ

Туған телдә китаптар уҡыйбыҙ

27.11.2017 Просмотров: 30

Хөрмәтле уҡыусылар! “Туған телдә китаптар уҡыйбыҙ” тип аталған проект сиктәрендә талантлы шағир, драматург, прозаик, балалар яҙыусыһы – Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” тип аталған әҫәрен уҡырға саҡырабыҙ. Был повесть башҡорт балалар әҙәбиәтенең классик өлгөһө. Һәр мәктәп уҡыусыһы уны яратып уҡый. Китап уҡыһаң, белемең артыр, уҡымаһаң, белгәнең дә онотолор, тиҙәр. Халыҡ мәҡәленә ифрат ҙур мәғәнә һалынған. Рухи донъяңды байытыу йәһәтеннән дә китап уҡыуҙың роле ҙур икәне асыҡ. Һеҙҙе, балалар, дәрестәрҙән һуң буш ваҡытығыҙҙа, һүҙҙең тәмен белеп уҡырға саҡырабыҙ. Ноябрь айының һуңғы аҙнаһында ошо әҫәр буйынса Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҙғарған дистанцион олимпиадала 4-се класс уҡыусыларын көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәргә - Диплом, ә ҡатнашыусыларға - Сертификаттар тапшырыласаҡ.