“Туҡай моңдары” конкурсына саҡырабыҙ
20.04.2020
Просмотров: 88
Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә шиғыр һөйләүселәр араһында дистанцион конкурс! Туған тел булараҡ татар һәм башҡорт телдәрен өйрәнгән уҡыусыларҙы мәктәп кимәлендә үткәрелгән “Туҡай моңдары” конкурсына саҡырабыҙ.
Конкурс Ғ.Туҡайҙың тыуыуына 134 йыл булыу уңайынан һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн бөйөк шағирҙың бер шиғырын ятларға һәм шиғырҙы яттан һөйләгәнде видеоға төшөрөп 25 апрелгә ҡәҙәр татар һәм башҡорт теле уҡытыусыларына ебәрергә кәрәк.
Ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнә.