1. Учителям
  2. Новости
  3. Күрҙем шишмәләре

Күрҙем шишмәләре

Март 5, 2017 Просмотров: 53

21-се февралдә Иҫке Күрҙем ауылы мәҙәниәт йортонда “Күрҙем шишмәләре” поэзия фестиваль-конкурсы булып уҙҙы. Был сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылында үтте. Фестиваль-конкурста ҡатнашыусылар ике йәш үҙенсәлеге буйынса бүленгән ине. Беренсе төркөм ун алты йәшкә ҡәҙәр, ә икенсе төркөм ун алты йәштән олораҡтар. Беренсе төркөмдә беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. 9-сы класс уҡыусыһы Фәйзерахманова Асия “Оҫта башҡарыусы” номинацияһында еңеүсе булды (етәксеһе Муллаярова Э.Р.). 10-сы класс уҡыусыһы Шәрифғәлиев Филғәт матур сығыш яһап икенсе урын яуланы (етәксеһе Шәйнурова Н.М.). 4-се класс уҡыусыһы Зиятдинова Алһыу әүҙем ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде (етәксеһе Шәрифғәлиева Р.М.). Улар Ә.Атнабаевтың “Ҡара икмәк”, “Ун бер йәштәш үҫтек”, “Йәш ҡайын” шиғырҙарын тасуири һөйләне.