1. Учителям
  2. Новости
  3. Мәктәптә – Ҡоролтай

Мәктәптә – Ҡоролтай

Март 18, 2017 Просмотров: 66

2017 йылдың 16-сы мартында мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар араһында Ҡоролтай булып уҙҙы. Унда һүҙ телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү хаҡында барҙы. Үткән йылды барлап, был йүнәлештә эшләгән эштәргә баһа бирелде, киләсәктә нимәгә иғтибар итергә кәрәклеге билдәләнде. Йәмғиәтебеҙҙе кире күренештәрҙән азат итеүҙә аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр һүҙенең ни тиклем үтемле булыуын, уҡытыусылар, атайҙар һәм әсәйҙәр, юғары класс уҡыусылары советтарының берлектә эш алып барыу мөһимлеге лә иғтибарға алынды. Был сарала ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты: район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, туған телдәр буйынса мәғариф бүлеге методисы Минязева Флүзә Әсхәт ҡыҙы һәм район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы – ағинәй Сәғиева Рәмиә Батыр ҡыҙы. Мәктәп Ҡоролтай рәйесе Шәйнурова Нурия Мөхәмәтдаян ҡыҙының сәләмләү һүҙе менән башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы “Белемле, юғары мәҙәниәтле, көслө рухлы шәхес тәрбиәләү” темаһына сығыш яһаны. Педагог йәш быуынды яҡташ яҙыусылар миҫалында белемле булырға, һәр кешене хөрмәт итеп, матур йәшәргә, тормош ҡыйынлыҡтары алдында юғалып ҡалмаҫҡа саҡырҙы. Халҡыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәтен, мул тормошон үрнәк итеп әйтте. Әюпова Земфира Мәүлитйән ҡыҙы, мәктәп музейы етәксеһе, “Тыуған яҡты өйрәнеү – һәр кешенең бурысы” тигән тема буйынса доклад һөйләне. Был уҡытыусының фәһемле фекерҙәре иғтибарһыҙ ҡалманы. Шәрифғәлиев Филғәт, 10-сы класс уҡыусыһы, “Туған телемдә һөйләшәм” тигән сығышында тиҫтерҙәрен туған телде өйрәнеүгә саҡырҙы һәм уҡыу буйынса ирешкән уңыштары менән таныштырҙы. 7-се класс уҡыусыһы Фәхретдинова Ирина “Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының һөйләү теле” хаҡында ғилми-тикшеренеү эшен тәҡдим итте һәм телмәрҙә диалекттарҙы һаҡларға, ә әҙәби телде өйрәнергә кәрәклекте дәлилләне. Саҡырылған ҡунаҡ Минязева Флүзә Әсхәт ҡыҙы мәктәбебеҙҙә туған телде яратҡан, тырыш, илһөйәр балалар уҡыуын атап үтте. Ул алдағы көндәрҙә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап йәшәргә өндәне. Уҡыусыларҙың шиғыр һәм йырҙары ҡорҙо тағы ла биҙәне. Егеттәрҙең ҡурайҙа дәртле көйҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Мәктәп директоры Бәҙертдинов Руслан Әлдәф улы йыйылышта ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Нурия Мөхәмәтдаян ҡыҙы йыйылыштың резолюцияһы менән таныштырҙы. Егеттәрҙе-ҡыҙҙарҙы тыуған ерҙә бәхетле, шат, сәләмәт тормошта йәшәргә саҡырҙы. Киләсәккә яңы пландар ҡоролдо, маҡсаттар билдәләнде һәм мәктәп Ҡоролтайының башкарма комитеты һайланды.