Дәүләт символдары - милли ғорурлыҡ
Балалар ижады үҙәгендә 30 октябрҙә, халыҡ берҙәмлеге көнө алдынан, республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы геральдик советта Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре символдарын рәсми теркәүгә һәм уларҙы тантаналы рәүештә тапшырыуға 10 йыл тулыу айҡанлы сара уҙҙы. Килгән ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары символдар һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу тураһында сығыштар тыңланы. Йыйылышта ҡатнашыусылар өсөн Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының дәүләт символдарын сағылдырған күсмә күргәҙмә ойошторолған ине. Күргәҙмә менән һәр кем яҡындан танышты. Был саранан һәр кемдең күңеле байып, халҡыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең матур йәшәйешенә һоҡланып, оло ғорурланыу, яңы тәьҫорат менән ҡайтып китте.