1. Учителям
  2. Новости
  3. Шиғыр бәйгеһе

Шиғыр бәйгеһе

Февраль 17, 2018 Просмотров: 46

Районыбыҙҙа Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың юбилейы айҡанлы матур һәм ҙур саралар уҙа. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары тағы ла шиғыр бәйгеһендә ярышта ҡатнашты. Мәртәбәле жюри ағзалары алдында егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре яҙған һәм Ә. Атнабаевтың шиғыр һәм поэмаһынан өҙөктәр ятлап һөйләне. Гәрәева Гүзәл (4кл.) “Йәш ҡайын”, Хәйруллина Илһөйәр (5кл.) “Кешегә нимә етмәй”, Басыров Рудель (5кл.) “Зәңгәр күккә ҡарап”, Шәйнуров Рөстәм (8кл.) “Ун бер йәштәш үҫтек” шиғырҙарын оҫта башҡарҙы. Үҙ авторлығында Ш.Рөстәм туған теле – татар теленә бағышланған шиғыр һөйләне. Балалар сығыштары менән Ватанға, тәбиғәткә, ғаиләгә, бөйөк шағир-яҙыусыларыбыҙға ҙур ихтирамдарын күрһәтте. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр 20-се февралдә Иҫке Күрҙем ауылында уҙған “Күрҙем шишмәләре” поэзия конкурс-фестивалендә ҡатнашасаҡ.