1. Учителям
  2. Новости
  3. Шәжәрә байрамы

Шәжәрә байрамы

Апрель 22, 2018 Просмотров: 46

19 апрелдә Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә Шәжәрә байрамы үтте. Шәрәфиева Ә. (3А кл.), Әмиров А. (3А кл), Арыҫланова А. (5А кл.), Бәширова Л. (5А кл.) үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы. Байрам программаһы бик бай һәм йөкмәткеле булды.  Уҡыусылар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, дәртле йырҙар башҡарҙы.Ә 20 апрелдә район мәҙәниәте йортонда уҙғарылған шәжәрә байрамында 9-11 класс уҡыусылары һәм мәктәп уҡытыусылары ҡатнашты.Улар районыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе - Хөснуллин Нәсибулла Хәбибулла улының төҙөгән Табын ырыуы шәжәрәһе менән танышты. Өфөнән килгән ҡунаҡтар - виртуоз-ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Роберт Юлдашев ”Ҡурай” төркөмө менән байрамды йәмләне. Шәжәрә байрамдары бик күңелле уҙҙы. Был саралар илен, халҡын, туған-тыумасаларын хөрмәт иткән һәр кеше үҙенең шәжәрәһен төҙөргә бурыслы булыуын асыҡланы.