Туҡайҙың тыуыуына 132 йыл
Һәр халыҡтың, һәр милләттең йөҙөк ҡашы булырҙай таланттары, бөтөн кешелек донъяһы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәре бар. Ғабдулла Туҡай - татар халҡының бөйөк шағиры, һис шикһеҙ, ана шундай оло таланттарҙың береһе, бөтөн төрки әҙәбиәтендә үҙенең мәктәбен булдырған олуғ әҙип. Туҡайҙың тыуыуына 132 йыл тулыу йәһәтенән Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбенең башҡорт һәм татар телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылары араһында дәрес-осрашыу булып уҙҙы. Дуҫлыҡ ептәрен нығытҡан сарала малайҙар һәм ҡыҙҙар бөйөк шағирҙың ижадына байҡау эшләне. Туҡай шиғырҙары, әкиәттәре башҡорт һәм татар телендә яңғыраны. “Мөғжизәләр яланы” уйыны ла ҡыҙыҡлы үтте. Викторина һорауҙарына ҡатнашыусылар кем уҙарҙан ярышып дөрөҫ яуап бирҙе. Бишенселәргә был осташыу бик оҡшаны. Ғабдулла Туҡайҙың ижады йәш быуындың рухи үҫешенә ҙур йоғонто яһауы билдәләнде.