“Республикама дан йырлайым”
Октябрь 7, 2018
Просмотров: 51
Башҡортостан Республикаһы көнөн ҡаршылап Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә “Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсы үтте. Был бәйге Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ла арналды. Ижади эштәр башҡорт һәм татар телендә яҙылды. Темалар төрлө булды. Башҡортостандың, тыуған ерҙең тәбиғәтен, мул тормошон маҡтап яҙҙы уҡыусылар. Иншалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл булыуға ла арналды. Иң матур яҙма эштәрҙе Мулланурова Л., Фәйзрахманова А. (11кл.), Башарова Э. (10кл.), Шәйнуров Р., Суфиянова Э. (9кл.), Фаюршина А., Ғайсина Г. (8кл.), Хусниярова И., Лотфуллина Г. (4кл.), Вәлинурова Д. (3кл.) яҙған. Был эштәр район этабы конкурсында ҡатнашасаҡ.